1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ГМО День Республики

ГМО День Республики

Октябрь 9, 2025 Просмотров: 902
11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра. Ошо байрам уңайынан "Тейенкәй" балалар баҡсаһының "Ынйыҡайҙар" төркөмөндә башҡорт төркөмдәре һәм музыка етәкселәре методик берекмәләре планына ярашлы "Дан һиңә, Башҡортостан" тип аталған сара үтте. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тарбиәсеһе Хәмитова Гөлгөнә Ишбулды ҡыҙы һәм музыка етәксеһе Таҡалова Фидәлиә Фәнис ҡыҙы ойошторған байрамда балалар тыуған илебеҙ тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, "Тирмә" халыҡ уйынын уйнанылар. Матур бейеүҙәр менән килгән ҡунаҡтарҙы әсир иттеләр. Үткәрелгән саралар аша балаларҙа тыуған илебеҙгә, туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға ихтирам тәрбиәләү төп маҡсат булып торҙо.