1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. экскурсия в музей

экскурсия в музей

Май 6, 2025
#сибаймузейы
#экскурсия
"Күбәләктәр" мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡалабыҙҙың музейына ҡунаҡҡа барҙылар.
Ғилми хеҙмәткәр Р.Н.Теүәлбаева балаларҙы Урал аръяғы тәбиғәтендә осраусы йәнлек һәм хайуандары, башҡорттарҙың боронғо көнкүреше, беҙҙең яҡтарҙа табылған: эш, хеҙмәт ҡоралдары, бизон һәм архарҙың(тау тәкәһе) баш һөлдәләре менән таныштырҙы. Балаларҙы Е.А.Ляшенконың "Таштар симфонияһы" атамаһы аҫтында ҡуйылған күргәҙмәһендәге йомортҡа таштар бик ҡыҙыҡһындырҙы.
Тыуған төйәгебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, бар матурлыҡты киләсәк быуын күреп, белеп үҫһен.