1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. #БашҡортТелекөнө #Тейенкәйбалаларбаҡсаһы #ДеньБашкирскогоЯзыка #ДетскийсадБелочка

#БашҡортТелекөнө #Тейенкәйбалаларбаҡсаһы #ДеньБашкирскогоЯзыка #ДетскийсадБелочка

Декабрь 14, 2024 Просмотров: 266
10 декабрь "Әкиәт " балалар баҡсаһы "Илен белмәгән - белекһеҙ,нәҫелен белмәгән - намыҫһыҙ " тип аталған әҙәби - музыкаль сараға башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәрҙе йыйҙы. Саҡырылған тәрбиәселәр нәҫелдәренең ырыу тамғалары аша үҙҙәре һәм ғаиләһе менән таныштырҙы. Шулай уҡ нәфис һүҙ менән сығыштарында башҡорт теленең бай һәм яғымлы тел булыуын иҫбатланы.
Башҡорт теле көнө уңайынан тәрбиәселәргә маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. "Тейенкәй" балалар баҡсаһынан был сараға Мәжитова Фәриҙә Ғәли ҡыҙы саҡырылды һәм Сибай ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Мәғариф идаралығынан рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Фәриҙә Ғәли ҡыҙын ҡотлайбыҙ һәм алдағы эшендә уңыштар теләйбеҙ.