1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. #ТейенкәйБалаларБаҡсаһы #БашкортТөркөмдәреМетодикБерекмәһе #ҠарғаБутҡаһы

#ТейенкәйБалаларБаҡсаһы #БашкортТөркөмдәреМетодикБерекмәһе #ҠарғаБутҡаһы

Апрель 28, 2023 Просмотров: 6667
Башҡорт төркөмдәренең методик берекмәһе планына ярашлы "Тейенкәй" балалар баҡсаһында "Ҡарға бутҡаһы" фольклор байрамы үтте.
Был байрамдың төп маҡсаты: балаларҙы халҡыбыҙҙың йолалары менән таныштырыу, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Ошо йолаларҙы киләсәк быуынға еткереү.
Был асыҡ сараға башҡа балалар баҡсаһының башҡорт төркөмдәренең тәрбиәселәре саҡырылды.
Байрам барышында балалар мәҡәлдәр әйтеп, шиғырҙар һөйләп, уйындар уйнап, йырҙар йырлап, бейеү бейеп күңел астылар.